Башҡортостандың шәкәр заводтары келәттәрендә 36 мең тоннанан ашыу шәкәр һаҡлана

Ҡытлыҡ күҙәтелмәй. Башҡортостандың шәкәр заводтары келәттәрендә 36 мең тоннанан ашыу шәкәр һаҡлана. Көн һайын сауҙа селтәрҙәренә, икмәк етештереүселәргә яҡынса 550 тонна продукция оҙатыла. Уҙған йыл менән сағыштырғанда, был күләм ике тапҡырға күберәк. 

Май аҙағына Раевкалағы предприятиела шәкәр сеймалын эшкәртә башлау планлаштырыла. Әле трейдерҙар менән һөйләшеүҙәр бара. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй ауыл хужалығы министрлығы тарафынан республикала шәкәр сөгөлдөрө сәсеү майҙандарын 35 меңдән 47 мең гектарға тиклем арттырыу бурысы ҡуйылған.

Хөкүмәт йортонда үткән оператив кәңәшмәлә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров та «шәкәр» мәсьәләһен производство ҡеүәттәрен арттырыу иҫәбенә хәл итергә ҡушты. Ошо маҡсатта етештереүселәр менән дә килешеүҙәр булдырылған.

Надо людям объяснять, что сахар есть. Нам, республике, уж точно стыдно будет, если мы с этой ситуацией не справимся. У нас два больших сахарных завода, а вокруг – регионы, где таких заводов нет. Поэтому недопустимо, если мы не отрегулируем у себя эту ситуацию с сахаром.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы

Со всеми пришли к соглашению, что нашим потребителям сахар отпускается чуть по заниженной цене. Предполагалось, что цена на него будет на магазинных полках 80 рублей за килограмм. На внешние рынки мы отпускаем по 85 рублей за килограмм со складов. Это делается для того, чтобы наших республиканских потребителей поддержать.

Андрей Назаров, Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, йыл башынан Өфөлә 76 ауыл хужалығы йәрминкәһе ойошторолған, уларҙа 230 тонна ит, 20 тонна бал продукцияһы һатылған. Ведомство тарафынан сауҙа майҙандарын арттырыу, ассортиментты киңәйтеү буйынса саралар планы ла булдырылған.

Фото №1 - Башҡортостандың шәкәр заводтары келәттәрендә 36 мең тоннанан ашыу шәкәр һаҡлана

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ