Башҡортостан Донецк халыҡ республикаһы менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөмәксе

 Әлегә документ федераль ведомстволар һәм Рәсәйҙең сит ил эштәре министрлығында килешеү үтә. Был турала оператив кәңәшмәлә Хөкүмәт премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов хәбәр итте.

Килешеү проекты нигеҙендә яҡтар араһындағы хеҙмәттәшлекте киңәйтеү тураһында коммюнике тора. Республика етәкселәре Радий Хәбиров менән Денис Пушилин ҡул ҡуйған документҡа ярашлы, сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник бәйләнештәрҙе нығытыу ҡаралған. Һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, йәштәр сәйәсәте, мәҙәниәт һәм туризм йүнәлештәре лә өҫтөнлөклө тип билдәләнгән. 

Башҡортостанда Донецк халыҡ республикаһының сауҙа вәкиллеге асыу күҙаллана. Республика Донбаста етештерелгән продукцияға сертификация үтергә булышлыҡ итәсәк.  Ике төбәк араһында социаль-иҡтисади хеҙмәттәшлек буйынса махсус фонд ойоштороу ҙа планлаштырылған. Шулай уҡ Донецк менән берлектә ауыл хужалығы техникаһы, иген урыу ҡорамалдары етештереү буйынса предприятиелар асыу мәсьәләһе ҡарала. 

Төбәк етәксеһе Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына гуманитар ярҙам менән йәнә автоколонна ойошторорға ҡушты. Йөк составына, тәү сиратта, төҙөлөш материалдары, ағас эшкәртеү продукцияһы инергә тейеш. Улар Донбаста йәшәүселәргә хәрби бәрелештәрҙән һуң зыян күргән йорттарын тергеҙеүгә йүнәлтелә.

Фото №1 - Башҡортостан Донецк халыҡ республикаһы менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөмәксе

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ