Рәсәй халҡының банктарға һалынған аҡсаһы 1 триллион 200 миллиард һумға кәмегән

Үҙәк банк мәғлүмәттәренә ярашлы, февралдә Рәсәй халҡының банктарға һалынған аҡсаһы 1 триллион 200 миллиард һумға кәмегән. Һуңғы тапҡыр бындай юғары күрһәткес 2008 йылдың октябрендә донъялағы финанс көрсөккә бәйле теркәлгәйне.

Регулятор билдәләүенсә, илдең ҙур банкттарына ҡарата санкциялар шарттарында кире мәғлүмәт фоны була, һөҙөмтәлә һумдарҙа һәм валютала ҡағыҙ аҡсаға һорау ҡырҡа артҡан. Шул уҡ ваҡытта мартта вкладтар буйынса юғары ставка ҡуйылыуына бәйле, киҫкен хәл тотороҡланды.

Бөгөн Өфөлә Банк секторындағы үҙгәрештәргә бәйле түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Осрашыуға саҡырылған белгестәр финанс ойошмаларҙың кредит сәйәсәте, процент ставкалары, көрсөккә ҡаршы яңы тәҡдимдәр тураһында фекер алышты. Тармаҡ үҫешенә ҡарата фараздарын да белдерҙе.

Фото №1 - Рәсәй халҡының банктарға һалынған аҡсаһы 1 триллион 200 миллиард һумға кәмегән

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ