Был турала «Үлемһеҙ полк» хәрәкәтенең төбәктәге штабы үткәргән киңәйтелгән ултырышта хәбәр ителде. Был юлы халыҡ акцияһын ике форматта – онлайн һәм традицион рәүештә уҙғарыу планлаштырыла.
Баш ҡалала «Үлемһеҙ полк» 9 майҙа иртәнге сәғәт 11-ҙә Галле ҡалаһы туҡталышынан старт ала. Колонна Октябрь проспекты буйлап Кольская урамы киҫелешенә тиклем үтәсәк.
Ултырышта «Георгий таҫмаһы» акцияһына ҡушылып ветерандар фотоһүрәттәре менән бейдж эшләргә тәҡдим ителде. Шулай уҡ республиканың барлыҡ муниципалитеттарында «Үлемһеҙ полк» колоннаһын теҙеү, уның хәрәкәт итә башлау ваҡыты билдәләнде.
Әлфинә Килдейәрова







