Йәштәр менән йәнле һөйләшеү...

Юғары уҡыу йорто студенттары Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Алексей Касьянов менән осрашты. Әңгәмә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров ҡушыуы буйынса уҙғарылды.

Студенттар менән осрашыу өсөн Михаил Нестеров исемендәге музей майҙансығы юҡҡа ғына һайланмаған. Һәләтле рәссам  үҙ иленең ысын патриоты булған. Федераль инспекторға Дәүләт идаралығы буйынса бәләкәй академия тыңлаусылары төрлө өлкәләргә ҡағылышылы һорауҙар бирҙе. Уларҙың күбеһе йәштәргә дәүләт кимәлендә ярҙам итеүгә ҡайтып ҡалды.

Осрашыуға килгән егет-ҡыҙҙар Волга буйы федераль округында үткәрелгән проекттарҙа һәм фестивалдәрҙә әүҙемлек күрһәтә. Ошо көндәрҙә «Интеллектуаль Олимпиада»ның төбәк этабы тамамланғайны. Унда республиканан мең ярымдан ашыу студент ҡатнашҡан, уларҙың 13-ө Башҡортостан данын округ кимәлендә яҡлаясаҡ.   

Фото №1 - Йәштәр менән йәнле һөйләшеү...

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ