Иректә ҡалған, әммә мәжбүри эшкә йәлеп ителгән ир-аттар өсөн йәшәү шарттары ойошторолдо. Енәйәт кодексының төрлө статьялары буйынса язаға тарттырылған ғәйепләнеүселәр телефон менән файҙаланыу, ял көндәрендә ғаиләләренә ҡайтып йөрөү хоҡуғына эйә.
Үҙәктә башлыса балаларына алимент түләмәгән, юл-транспорт ваҡиғаларында ғәйепле тип табылған граждандар йәшәй. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Төҙөлөш предприятиеһында иретеп-йәбештереүселәр иртәнән-кискә тиклем эшләһә лә, уларҙың иҫәбенә хеҙмәт хаҡының бер өлөшө генә күсерелә. Енәйәт эше өсөн хөкөм ителгән хеҙмәткәрҙәр холоҡ төҙәтеү маҡсатында мәжбүри эшкә йәлеп ителә.
Хеҙмәткәрҙәр араһында енәйәт кодексы буйынса төрлө статья буйынса язаға тарттырылған граждандар. Юл-транспорт ваҡиғаларында ғәйеплеләр, балаларына алимент түләмәүселәр һәм башҡа осраҡтар буйынса хөкөм ителгәндәр...
Хеҙмәткәрҙәр иркенән мәхрүм ителмәгән - улар холоҡ төҙәтеү үҙәгендә йәшәһә лә төрлө уңайлыҡтар менән файҙалана. Өфөлә күптән түгел асылған үҙәктә улар кеҫә телефондары менән ҡуллана, ял көндәрендә ғаиләләре янына ҡайтып йөрөй ала.
Быға тиклем баш ҡалала холоҡ төҙәтеү үҙәге колония майҙанында урынлашҡан булһа, әле ғәйепләнеүселәрҙең көнкүреше үҙаллы объектта ойошторола. Үҙәккә биш йылға тиклем хөкөм ителгән граждандар күсерелә. Ир-егеттәрҙең эшмәкәрлегенә һәм дөйөм тәртибенә ҡарап уларҙың артабан яҙмышы хәл ителә.
Флорида Ким







