«Айыҡ ауыл» республика конкурсында Әлшәй районы данын Ғәйнәямаҡ ауылы яҡлаясаҡ

Улар айыҡлыҡ бәйгеһендә икенсе йыл рәттән ҡатнаша. Конкурс сиктәрендә урында «Ауылпиада» уҙҙы. Байрамды асыу тантанаһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары, район һәм ауыл биләмәһе хакимиәте вәкилдәре һәм саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашты.

Майҙанда уҡыусылар һәм ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында «Алға, Рәсәй!» флешмобы ойошторолдо. Мәҙәниәт йорто алдындағы күргәҙмәгә   хужабикәләрҙең сағыу ҡул эштәре ҡуйылғайны. Йәрминкәлә ҡунаҡтар милли аш-һыуҙан ауыҙ итте.

Байрамда ҡатнашыусылар биатлон, ат сабыштары, хоккей, арҡан тартыу кеүек спорт бәйгеләрендә,  уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәресендә көс һынашты. Байрам урындағы ижади коллективтарҙың йыр-бейеүҙәре менән үрелеп барҙы.

Фото №1 - «Айыҡ ауыл» республика конкурсында Әлшәй районы данын Ғәйнәямаҡ ауылы яҡлаясаҡ

Рәзилә Ғиниәтуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ