Башҡортостан Профсоюздар ойошмаһына – 100 йыл

Ошо уңайҙан республикала байрам саралары дауам итә. Уҙған ял көндәрендә Өфөлә «Шаяндар һәм отҡорҙар» уйындары менән бергә, саңғы ярыштары үтте. «Торатау» Конгресс-холлында 17 команда көс һынашты.

Йыл һайын ойошторолған уйында предприятиелар, министрлыҡ, учреждение вәкилдәре сығыш яһаны. Уйындың төп темаһы хеҙмәт өлкәһендәге хәүефһеҙлеккә ҡайтып ҡалды. Шаяртыу теге йәки был өлкәләге киҫкен мәсьәләләрҙе лә күтәреп сыҡты. Әйткәндәй, бөгөн профсоюз ойошмаһының 40 процент самаһын йәштәр тәшкил итә.

Ә Өфөнөң «Биатлон» спорт комплексында үткән саңғы ярыштарында профсоюз ойошмаһында торған дәүләт хеҙмәткәрҙәре тотош ғаиләләре менән ҡатнашты. Балаларға махсус булдырылған майҙанда айырым ярыштар уҙғарылһа, ата-әсәләр саңғыла 5 саҡрым арауыҡҡа йүгерҙе.

Фото №1 - Башҡортостан Профсоюздар ойошмаһына – 100 йыл

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ