Бөгөнгә тракторҙарҙың 96 проценты ремонтланған. Күп хужалыҡтар ауыл хужалығы техникаһын төҙөкләндереүгә көҙгө уңышты йыйып алыу менән тотонған. Былтыр районда 157 миллион һумлыҡ техника һатып алынған.
Быйыл аграр техника паркын тағы 15 берәмек яңы техника тулыландырған. Уларҙың күбеһе лизинг буйынса һатып алынған. Апрелдә былтыр алынғандарын субсидиялау башлана.
«Фәйзуллина Гөлзәриә» крәҫтиән-фермер хужалығындағы техникалар ҙа сәсеү кампанияһына әҙер тип әйтергә мөмкин. Бөтә тракторҙар ҙа авария туҡталышы хаҡындағы билдәләр, аптечка, янғын һүндереү һәм башҡа кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған.
Рәмилә Исмәғилева




