Өфөнөң 105-се гимназияһы Бөйөк Ватан һуғышында тиңдәшһеҙ батырлыҡ күрһәткән разведчик Советтар Союзы Геройы Николай Кузнецов исемен йөрөтә. Федераль именлек хеҙмәте ветерандары советы гимназия етәкселеге менән берлектәге түңәрәк өҫтәл «Йәштәрҙе гражданлыҡ һәм патриотик рухта тәрбиәләү» темаһына ойошторолдо.
Сарала ветеран ойошмаларының йәш быуынды тәрбиәләүҙәге роле, ата-бабаларыбыҙ ҡаһарманлығынан өлгө алыу кеүек көнүҙәк темалар яҡтыртылды. Гимназия директоры Юрий Казаков легендар разведчик Николай Кузнецовҡа арналған музей эшмәкәрлеге, алты тиҫтә йыл дауамында йәштәрҙе патриотик рухта тәрбәиләүҙәге роле хаҡында бәйән итте.
Өсөнсө дәрәжә «Дан ордены» кавалеры Виктор Зотов, Рихард Зорге һәм контразведчик Борис Гудзь хаҡында сығыштар бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
Гүзәл Борханова




