Әбйәлил районының Ишкилде ауылында «Ҡышҡы милли спорт уйындары» байрамы ойошторолдо

Әбйәлил районы Ишкилде ауылы «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә «Ҡышҡы милли спорт уйындары» байрамын уҙғарҙы. Сара тотош төбәк халҡын бергә йыйҙы. Ерле халыҡ ат сабыштарында ҡатнашып, уҡтан атыуҙа мәргәнлеген һынаны, саңғысылар ярышында  ҡатнашты. БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Юҡҡа ғына Ишкилде ауылын әбйәлилдәр  халыҡ телендә «көрәктәр – дәртле йөрәктәр» тип йөрөтмәй. Улар элек-электән үҙенең бил бирмәҫ көрәшселәре, гир күтәреү, саңғыла йүгереү буйынса чемпиондары, сатраш уйын еңеүселәре менән дан тота. Шуға ла «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә спорт уйындары үтеүе осраҡлы түгел. 

Ишкилде «Сәләмәт ауыл» район бәйгеһендә еңеү яулап «Айыҡ ауыл» республика конкурсы финалына сыҡты. Былтыр конкурста Таштимер ҙур ауылдар араһында Башҡортостан буйынса өсөнсө урын яулап, ике миллион һумлыҡ сертификатҡа эйә булғайны. Был аҡсаға таштимерҙәр балалар майҙансығы төҙөнө, урамдарына ут үткәреүгә иреште.

Сараға ишкилделәрҙең ихлас әҙерләнгәнлеге шунда уҡ күҙгә ташлана. Ҡарлы көн тип тормай, байрам майҙынсығында сәхнәһен дә ҡуйғандар, ауылдан сыҡҡан һәм бөгөн район, республика, ил мәнфәғәтендә лайыҡлы хеҙмәт иткән ауылдаштары тураһында стенд-күргәҙмә лә эшләнгән. Хәрби ҡоралдарҙан торған күргәҙмә лә сарала ҡатнашыусылары араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. 

Әлбиттә, Әбйәлил булһын да, байрам нисек йыр-моңһоҙ үтһен. Байрам олоһона ла, кесеһенә лә рух, дәрт өҫтәне. Башҡорт халыҡ йырҙары, гармун моңдары тотош Буранғол ауыл биләмәһен гөрләтте.

Фото №1 - Әбйәлил районының Ишкилде ауылында «Ҡышҡы милли спорт уйындары» байрамы ойошторолдо

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ