Тамара Малбаева: "Яулыҡ ҡатын-ҡыҙҙы биҙәй, уның тыйнаҡ булыуын күрһәтә"

Көйөргәҙелә “Ҡатын-ҡыҙҙың баш кейеме – халыҡ традициялары һаҡсыһы” тип аталған Бөтә Рәсәй семинары үтте. Ул “Яулыҡ – тыныслыҡ символы” халыҡ-ара фестиваленең бер өлөшө булып иҫәпләнә. Онлайн үткән сарала Башҡортостан райондары, ил төбәктәренән ҡатнашыусылар сығыш яһаны. “Музейҙарҙа һаҡланған баш кейеме өлгөләре, шулай уҡ ғаиләләрҙә йәдкәр булараҡ быуындан-быуынға тапшырылған яулыҡтар күрһәтелде”, - ти Көйөргәҙе районы Ағинәйҙәр ҡоро рәйесе Тамара Малбаева.

Тамара Малбаева: "Яулыҡ ҡатын-ҡыҙҙы биҙәй, уның тыйнаҡ булыуын күрһәтә"
Фото №1 - Тамара Малбаева: "Яулыҡ ҡатын-ҡыҙҙы биҙәй, уның тыйнаҡ булыуын күрһәтә"
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ