“Беҙҙең Арыҫлан герой”. Күгәрсен районы Мораҡ ауылында шәхси йорт биләмәһендә янғын сыға, мунсаға ут ҡаба. Уны 14 йәшлек Арыҫлан Шафиҡов күреп ҡала һәм йорт хужаларына хәбәр итә. Үҫмер ут ялмаған төкәтмәнән өлкән йәштәге өй хужаларына сығырға ярҙам итә. “Арыҫлан беҙҙең мәктәптең ғорурлығы”, - ти малайҙың уҡытыусыһы Гөлкәй Аллабирҙина.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы Арыҫлан Шафиҡовты бүләкләргә ниәтләй. Матбуғат хеҙмәте етәксеһе Алик Шәрәфетдинов ошо турала белдерҙе.








