Өфөлә агросәнәғәт форумы һәм күргәҙмәһе дауам итә. Унда Башҡортостан предпритияелары продукцияһы төп урынды биләй. Мәҫәлән, Борай районынан “Башҡортостан бәшмәге” кооперативы бер нисә төр продукция алып килгән. Хужалыҡ хеҙмәткәре Лима Арыҫланова:
Миәкә районы “Көнбағыш” кооперативында үҫемлек майы етештерелә. Хужалыҡ вәкиле Илшат Ғәбитов әйтеүенсә, санкциялар яңы офоҡтар аса. “Тауар ассортиментын киңәйтергә ниәтләйбеҙ”, - ти ул.
Ауыл хужалығы күргәҙмәһендә ит, һөт продукцияһын тәмләп ҡарарға һәм һатып алырға була.







