Шәкәр күп. Татлы ризыҡ менән келәттәр тулы һәм ул республика халҡына етерлек. Тик юҡлыҡ заманын үткәргәндәрҙе бындай иғлан менән тынысландырырлыҡ түгел. Улар татлы ризыҡты күпләп алып ҡалырға тырыша. Бөгөн Өфөлә йәрминкәлә генә 20 тонна шәкәр бер-нисә сәғәттә һатылып бөттө. Ни өсөн улар татлы биҙгәккә бирелгән? БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева асыҡланы.
Был сират 90 -сы йылдарҙы хәтерләтә. Коронавирус сире арҡаһындағы социаль дистанция ла төштә генә һымаҡ. Сөнки хатта бер квадрат метр майҙанға күпме кеше һыя ала, шулай ҡыҫылышҡан. Спорт һарайы алдындағы майҙандағы йәрминкәлә иң үтемле тауар – шәкәр. Уның килограммы 70 һум.
Бер Камаздан татлы ризыҡты килограмлап һатһалар, икенсеһендә тоҡлап. Шишмә заводынан был юлы 20 тонна шәкәр килтерелгән. Иртәнге туғыҙҙан уҡ йыйылған кешеләр уның яртыһын ике сәғәттә һатып алып та бөткән.
Шәкәр өсөн сиратта хеҙмәт йәшендәгеләр, йә йәш-елкенсәк күренмәй. Ғөмүмән, йәрминкә һатып-алыусыһы – пенсия йәшендәгеләр. Келәттәрҙә шәкәр етерлек, уға әле дефицит көтөлмәй тип аңлатыу ҙа уларҙы татлы ризыҡты күпләп һатып алып ҡалыу теләгенән тыя алмай. Тоҡлап алыусылар әле сәскә атмаған, емешләнмәгән еләктәрҙән ҡайнатма әҙерләүҙе ҡайғырта. Запас менән йәшәүгә ни етә, тиҙәр улар.
Шәкәрҙән тыш йәрминкә кәштәләре ауылдан килтерелгән, ит, балыҡ, май һәм башҡа натураль ризыҡтарҙан һығылып тора.
Ауыл хужалығы йәрминкәләре баш ҡала майҙарында ял көндәрендә иртәнге туғыҙҙан алтыға тиклем эшләй. Эшсе хәбәрселәр урамында ойошторолғанында шәхси хужалыҡтар һәм фермерҙар – бөтәһе 12 райондан натураль һәм сифатлы аҙыҡ-түлек тәҡдим итә.
Ҡулланыусылар билдәләүенсә, ауылдан килтерелгән аҙыҡ-түлеккә хаҡтар уртаса. Иң мөһиме, ул үҙебеҙҙә үҫтерелгән, аҫыралған, оҙаҡ һаҡланһын өсөн зарарлы матдәләр менән эшкәртелмәгән.
Рәмилә Исмәғилева








