Көндәлек ҡалдыҡтарҙы сығарыу тураһындағы законды камиллаштырыу юлдары ҡаралды

Ултырышта яуаплы төбәк операторҙар эшендәге етешһеҙлектәр билдәләнде. Күҙәтеү органдары тикшереүенә ярашлы, төбәктә сүп-сар сығарыу тармағында тәртип урынлаштырыу талап ителә.

Контейнерҙар етмәүе, ҡалдыҡтарҙың ваҡытында сығарылмауы, сүплектәрҙәге янғын, санитар ҡағиҙәләр кеүек һорауҙар тиҙ арала хәл ителергә тейеш. Башҡортостанда эшләүсе төбәк операторға етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн дүрт ай ваҡыт бирелә. Кире осраҡта штраф йәки хеҙмәттәшлек килешеүен туҡтатыу ҡаралған.

Төбәк операторҙарына иҫкәртеү бирелде. Улар көндәлек ҡалдыҡтарҙы сығарыу буйынса тәртип ойошторорға бурыслы. Төбәк операторҙары етешһеҙлектәрҙе июлгә тиклем бөтөрмәһә, штраф һалынасаҡ.

Игорь Пантюшин, Башҡортостан прокуроры
Фото №1 - Көндәлек ҡалдыҡтарҙы сығарыу тураһындағы законды камиллаштырыу юлдары ҡаралды

Флорида Ким

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ