Полиция хеҙмәтенә баш ҡалалан 35 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт иткән. Ул «Toyota Camry» автомобиленең иртән тороуға урынында булмауы тураһында ғариза яҙған. Хоҡуҡ һаҡсылары енәйәттә ғәйепләнеүселәрҙең эҙенә тиҙ төшә.
Улар алып ҡасылған автомобилдең Абакан ҡалаһында булыуын асыҡлай. Әммә ҡулға алынған 35 һәм 41 йәшлек ирҙәр транспорт сараһының двигателен алмаштарып, VIN номерын үҙгәртеп өлгөргән була. Автомобиль хужабикәһе үҙ машинаһын кузовтағы йәмшәйгән урындар буйынса таный. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.




