«Берҙәм Рәсәй» партияһы төбәк бүлексәһендә ирекмән-табиптар тәбрикләнде

Бүләкләнеүселәр 21 көн дауамында Донецк һәм Луганск ҡалаларында һөнәри бурысын үтәгән. Хәрбиҙәргә, урындағы халыҡҡа ярҙам күрһәтеүселәр араһында хирургтар һәм нейрохирургтар, шәфҡәт туташтары ла бар. Йөрәк-ҡан тамырҙары хирургы Руслан Гәрәев һигеҙ йыл дауамында атыш тауыштары, миналар шартлаған төбәктә йәшәүселәргә ярҙамға намыҫ ҡушыуы буйынса барған.

Өс аҙна буйы Донбасста һөнәри бурысын намыҫ менән үтәүселәргә «Берҙәм Рәсәй» партияһы төбәк башҡарма комитеты етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Руслан Насретдинов рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Бөгөн Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына ярҙамға 8 медицина хеҙмәткәренән торған төркөм юллана.

Шуны билдәләргә кәрәк, ирекмәндәр үҙ теләге менән был отрядҡа яҙыла. Улар ауыр хәлдәге хәрбиҙәргә, урындағы халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтә. Беҙ әлеге ваҡытта хирург һәм нейрохирургтарға, травматологтарға өҫтөнлөк бирәбеҙ. Донбассҡа барырға теләүселәр исемлегендә 150 кеше.

Максим Забелин, Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – һаулыҡ һаҡлау министры
Фото №1 - «Берҙәм Рәсәй» партияһы төбәк бүлексәһендә ирекмән-табиптар тәбрикләнде

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ