Ултырышта ҡулланыусылар, хеҙмәт баҙарындағы хәл, дарыуҙар, мәғариф учреждениеларын өҙлөкһөҙ йылы аш менән тәьмин итеү һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды. Төп темаларҙың береһе – республикала аҙыү-түлек тауарҙары дефицитын тыуҙырмау.
Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, складтарҙа аҙыҡ-түлек запасы етерлек кимәлдә. Уның әйтеүенсә, сауҙа үҙәктәрен он, ярма һәм ит-һөт изделиелары менән тәьмин итеүҙә өҙөклөктәр юҡ. Көн һайын кибеттәргә 550 тонна шәкәр оҙатыла һәм запас республикала йәшәүселәргә яңы уңышҡа тиклем етә. Республикала быйыл шәкәр сөгөлдөрөнә сәсеүлек майҙандарын киңәйтеү планлаштырыла.
Ултырышта Радий Хәбиров район-ҡалаларҙа ауыл хужалығы йәрминкәләрен даими үткәреү бурысын ҡуйҙы. Республика етәксеһе фекеренсә, бындай сауҙа һатып алыусыларға ла, аграрийҙар өсөн дә отошло. Сөнки тәүгеләре юғары сифатлы фермер тауарҙары һатып алыу мөмкинлегенә эйә булһа, ауыл эшсәндәре ҡулдарына «тере» аҡса ала. Былтыр республикала уҙғарылған ауыл хужалығы йәрминкәләрендә сауҙа әйләнеше 20 процентҡа артҡан.
Гөлдәриә Йосопова




