Полиция хеҙмәткәрҙәре баш ҡаланың Октябрь районында ҡатын-ҡыҙҙарға һөжүм итеүҙә ғәйепләнгән 23 йәшлек егетте ҡулға алды. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙең береһе Өфө шоссеһы урамындағы подъездарҙың береһендә теркәлде.
Быны раҫлап, социаль селтәрҙәрҙә билдәһеҙ кешенең 17 йәшлек ҡыҙға ташланған мәле төшөрөлгән видео таралды. Бәхеткә күрә, ҡазаға тарыусы ҡысҡыра башлағандан һуң һөжүм итеүсе ваҡиға урынынын ҡалдырып ҡаса.
Икенсе көнө шул уҡ кешенән Сипайлово биҫтәһендә тағы ла ике ханым зыян күрә. Әлеге ваҡытта 1999 йылғы егеткә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Уның быға тиклем дә хөкөмгә тарттырылған булыуы асыҡлана.




