Сара сәләмәт тормош алып барыу һәм оҙон ғүмерлелек рәүешен пропагандалау өсөн ойошторола. Ошо көндәрҙә уны Һабыр ауыл биләмәһе Ҡәнзәфәр ауыл советына тапшырҙы. Спорт сараһын Баймаҡ телевидениеһының ижади төркөмө күҙәтте.
Сәләмәтлеккә 2022 аҙым. Йылайыр районында уҙған йылда уҡ старт алған флешмоб тамамланыуға бара. Ул һуңғы арала киң билдәле спорт төрө – скандинав таяҡтарҙа хәрәкәт итеүгә ҡайтып ҡала.Һабыр ауылынан эстафетаны «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнашыусы Сәләхтәр ҡабул итте.
Эстафена тапшырыу спорт байрамына әүерелде. Әүҙем тормош яҡлы Сәләх ауылы уны ауылпиада формаһында ойошторҙо. Арҡан тартыу, уҡтан атыу кеүек ярыштарҙа ҡарты ла йәше лә ҡатнашты. 75 йәшлек хеҙмәт ветераны Салауат Солтанов та үҙ көсөн күрһәтте. 25 килограмлыҡ герҙе ул бер ҡыйынлыҡһыҙ йөҙ гә тиклем күтәрҙе.
Сәләх ауылында берҙәм, тырыш, дәртле халыҡ йәшәй. Иң мөһиме: улар айыҡ һәм сәләмәт тормош алып бара. Быйыл Сәләхтәр республика кимәлендә уҙғарылған Айыҡ ауыл конкурсында Йылайыр районы намыҫын яҡлай.
Хәҙер Сәләхтәр, Маҡсатҡа һәм сәләмәтлеккә 2022 аҙым тип, һәр кис саф һауала таяҡ тотоп, спорт менән шөғөлләнә. Улар араһында оло быуын да, йәштәр ҙә бар. Был – физик әүҙемлектең бер төрө. Тимәк, Сәләхтәр һәр йәштә лә сәләмәтлекте хәстәрләргә кәрәк икәнен аңлай.
Әлфиә Хәмитова







