140 йыл элек тап ошо көндә немец микробиологы Роберт Кох туберкулез таяҡсаһын асыҡлай. Был сир менән донъяла йыл һайын һигеҙ миллион самаһы кеше зарарлана, ике миллионы вафат була. Сир таралыуын киҫәтеү өсөн йәшәү рәүешен дөрөҫ ҡороу, ваҡытында прививкалар яһатыу мөһим, ти Республика медицина-профилактикалау үҙәгенең бүлек мөдире Эмма Әхмәҙуллина.







