Бында телекоммуникация ҡоромалдары сығарыла. Башҡортостан Башлығы яҙыуынса, импортҡа алмаш шарттарында Өфөлә етештерелгән әйберҙәр ихтыяж менән файҙалана. “Полигон”да сығарылған ҡорамалдар Ҡырым күперендә элемтә тәьмин итеүҙә, Арктикала нефть сығарыуҙа, Хәрби-диңгеҙ флоты караптарында, Рәсәй Ҡораллы көстәренең элемтә ғәскәрҙәрендә ҡулланыла. Хәҙерге ҡатмарлы ваҡытта үҙебеҙҙәге ойошмаларға бушап ҡалған урынды алыу өсөн яҡшы мөмкинлектәр барлыҡҡа килде, тип яҙа Радий Хәбиров.







