Өфөлә бөгөн мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәрен ҡотланылар

Һөнәри байрамдары алдынан 70 хеҙмәткәр дәүләт наградаһына лайыҡ булды. Уны Республика Хөкүмәте вице-премьеры Азат Бадранов тапшырҙы. 9 кеше Башҡортостандың халыҡ артисы исемен алды. Улар араһында Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры артисы Юнир Ғәйнуллин.

Өфөлә бөгөн мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәрен ҡотланылар

22 мәҙәниәт хеҙмәткәре Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исеменә лайыҡ булды. Араларында билдәле йырсы Рәдиф Зарипов бар. “Ижадыма башланғыс биргән уҡытыусыларыма рәхмәтлемен”, - тине ул.

Өфөлә бөгөн мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәрен ҡотланылар

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө 25 мартта билдәләнә. Ошо көндәрҙә Өфөлә “Артылыш” театрҙар фестивале уҙа, иртәгә АРТ-Ҡоролтай мәҙәни форумы ойошторола.

Фото №1 - Өфөлә бөгөн мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәрен ҡотланылар
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ