Башҡортостандағы “Алға” махсус иҡтисади биләмәһендә витаминдар етештереү ҡарала

Вице-премьер Илшат Тажетдинов эксперт советы ултырышын үткәрҙе. Унда “Биорон” компанияһы тәҡдим иткән проект буйынса фекер алышыу булды. Инвестор “Алға” биләмәһендә В2 витамины – рибофлавин етештерергә ниәтләй. Был матдә мал аҙығы сығарыуҙа ҡулланыла, шулай уҡ фармацевтикала аҙыҡ-түлек өҫтәлмәһе булараҡ файҙаланыла. Проект өсөн 1 миллиард 400 миллион һум йәлеп ителә. Завод Рәсәйҙә В2 витаминын сығарырға берҙән-бер ойошма буласаҡ. Шуға ул импортҡа алмаш программаһы шарттарында ла ҙур әһәмиәткә эйә. Бөгөнгә “Алға” махсус иҡтисади биләмәһендә 10 резидент теркәлгән.

Фото №1 - Башҡортостандағы “Алға” махсус иҡтисади биләмәһендә витаминдар етештереү ҡарала
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ