Республиканың уҡыусыларҙы ашатыу тәжрибәһе Стратегик башланғыстар агентлығы конкурсында - иң яҡшыһы

Ул "Сәләмәтлекте баласаҡтан һаҡлау" номинацияһында баһаланды. Өфөнөң 136-сы башҡорт гимназияһында ашатыуҙы “швед өҫтәле” тәртибендә ойошторорға ниәтләйҙәр. Был турала беҙгә директор Шәмсулла Хәбибрахманов белдерҙе. Белем усағында булдырылған махсус комиссия аш-һыу сифатын тикшерә. Ул вәкәләттәренә ярашлы, дәғүә белдерә ала. “Килеп тыуған мәсьәләләрҙе, күҙәтеүсе органдарға мөрәжәғәт итеп тормайынса, урында уҡ хәл итәбеҙ. Комиссия составында ата-әсәләр ҙә бар”, - ти ул.

Республиканың уҡыусыларҙы ашатыу тәжрибәһе Стратегик башланғыстар агентлығы конкурсында - иң яҡшыһы

Башҡортостанда1-4 кластар мәктәптә бушлай туҡлана. Ишле һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән 5-11 класс уҡыусыларына иртәнге ашты түләүһеҙ ашай. Бындай балалар икенсе сменала белем алһа, төшкө аш бушлай була. Мөмкинлеге сикле һәм инвалид балаларҙы ике тапҡыр ашатыу ҡаралған.

Фото №1 - Республиканың уҡыусыларҙы ашатыу тәжрибәһе Стратегик башланғыстар агентлығы конкурсында - иң яҡшыһы
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ