Башҡортостан вәкилдәре ошо көндәрҙә Ташкент халыҡ-ара инвестиция форумында ҡатнаша

Делегацияны Республика Хөкүмәте беренсе вице-премьеры Рөстәм Моратов етәкләй. Форум барышында ауыл хужалығы, еңел һәм нефть-газ сәнәғәте, төҙөлөш, инвестициялар йәлеп итеү мәсьәләләре буйынса һөйләшеүҙәр ойошторола. Үзбәкстан Мәғариф министры менән осрашыу планлаштырылған. Унда Ташкентта Өфө дәүләт нефть техник университеты филиалын асыу тәҡдиме ҡарала. Башҡортостан һәм Үзбәкстан араһында тауар әйләнеше арта бара. Быйыл майҙа Республика Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә рәсми сәфәр ойоштороу ҡарала.

Фото №1 - Башҡортостан вәкилдәре ошо көндәрҙә Ташкент халыҡ-ара инвестиция форумында ҡатнаша
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ