Реставрация проектын Ырымбурҙан «Рона» компанияһы эшләгән, тип хәбәр итәләр Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығынан. Йыл аҙағына музейҙы проектҡа ярашлы итеп үҙгәртеү планлаштырыла. Хәҙер «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә бинаны капиталь ремонтлау өсөн аукцион бара. Һатыулашыу һөҙөмтәләре март аҙағында билдәле була. Объект 2022 йылдың декабрендә файҙаланыуға тапшырылырға тейеш, ти музейҙың ғилми хеҙмәткәре Азат Сәфиуллин.







