Магазинда хаҡтар ни өсөн арта, аҙыҡ-түлек һәм көнкүреш тауарҙарын күпләп алырға кәрәкме?

Был һорауҙарға Башҡортостан юлдаш телеканалы һәм республика менән идара итеү үҙәгенең социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә ойошторолған брифингта яуап табырға мөмкин.

Дарыуҙарға ҡытлыҡ, яҙғы сәсеүҙе уҙғарыу, магазиндарҙа һатылған ит күләме, сит илдәрҙән туристарҙы ҡайтарыу, санкцияларға бәйле предприятиеларҙың эш тәртибендәге үҙгәрештәр һәм ойошмаларҙағы вакансиялар тураһында шулай уҡ тура эфирҙа белергә мөмкин. Һорауҙарға яуапты профилле министрлыҡтар бирә. Брифинг бөгөн киске етелә башлана.

Фото №1 - Магазинда хаҡтар ни өсөн арта, аҙыҡ-түлек һәм көнкүреш тауарҙарын күпләп алырға кәрәкме?
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ