Баймаҡ районы һаулыҡ һаҡлау системаһының беренсе селтәре яңыртыла. Яңыраҡ Ҡолсора ауылында өр-яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты файҙаланыуға тапшырылды. Урындағы халыҡтың ҡыуанысын БЮТ каналының ижади төркөмө лә уртаҡлашты.
Ҡолсора ауылы район үҙәгенән ҡырҡ саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Бынан дүрт тиҫтә йыл элек төҙөлгән медицина пункты заман талаптарына яуап бирмәй. Ҡыйынлыҡтарға ҡарамай , ауыл фельдшеры Гөлсибәр Мөхәмәтшина 8 йыл ауылдаштары сәләмәтлеге һағында. Көн-төн тимәй, ололарҙың да , сабыйҙарҙың да һаулыҡтарын күҙәтеү аҫтына ала.
Ҡолсора ауылында 362 кеше йәшәй, башлыса оло быуын вәкилдәре. Яңы шарттарҙа медицина ярҙамы алыу күпкә уңайлыраҡ. Шуға ла ауыл халҡы модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктының сафҡа инеүен түҙемһеҙләнеп көттө.
Һуңғы ике йылда Баймаҡ районында 8 медицина объекты сафҡа инедерелде. Әле районда алтмыштан ашыу фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй, 2024 йылға тиклем тағы ла биш медицина учреждениеһын файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана.




