Бөгөн Радий Хәбиров сит илдең машиналар эшләү союзы президенты Эмре Генджер менән осрашыуҙа республиканың сәнәғәт өлкәһен ҡорамалдар менән тәьмин итеү, төрөк компанияларын Башҡортостанда урынлаштырыу мөмкинлектәрен барланы. Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, Төрөктәр менән күптәнге һәм ныҡлы эшлекле бәйләнештәр булдырылған.
Ҡатмарлы иҡтисади һәм сәйәси шарттарға ҡарамай, сит ил вәкилдәренең осрашыуға килеүе лә ошоға дәлил. Республика артабан да һөҙөмтәле хеҙмәттәшлеккә өмөт итә , тине Радий Хәбиров. Осрашыуҙа шулай уҡ Башҡортостанда етештерелгән продукцияны сит илгә экспортлау мәсьәләләре лә өйрәнелде.
Айнур Кәбиров




