Льготалы ипотека ставкаһы үҙгәрмәйәсәк

Ил президенты Владимир Путин ғаилә, ауыл һәм Алыҫ көнсығыш ипотекалары буйынса льготалы ставкаларҙы һаҡлап ҡалырға ҡушты. Ә бына яңы төҙөлгән йорттарҙан фатир һатып алғанда ставка 7 проценттан 12 процентҡа тиклем арта.

Шул уҡ ваҡытта төбәктәрҙә был программа буйынса иң юғары кредит күләме алты миллион һум тәшкил итәсәк. Власть органдары быйыл да торлаҡ төҙөлөшө темптарын, ипотека кредиттары портфелен үҫтерергә ниәтләй. Үҙгәрештәргә бәйле Өфөлә «Күсемһеҙ милек баҙары киләсәге» тип исемләнгән түңәрәк өҫтәл үтте.

Осрашыуға башҡарма власть органдары вәкилдәре, төҙөлөш компаниялары етәкселеге, депутаттар саҡырылды. Белгестәр торлаҡ хаҡы, ипотека ставкалары буйынса фекер алышты.

Күсемһеҙ милек буйынса ипотекаға, ҡулаҡсаға теркәү үткән килешеүҙәрҙе ҡараһаҡ, март башында улар ике тапҡырға артҡайны. Росреестр статистикаһына ярашлы, көнөнә хатта, бишәр йөҙ документ теркәлгән. Әле бындай ажиотаж юҡ, торлаҡ һатып алырға теләүселәрҙең кәмеүе күҙәтелә. Алдағы ике айҙа ла был күренеш дауам итер тип уйлайым, халыҡ яңы процент ставкаларына өйрәнергә тейеш.

Камила Фазлыева, ипотека бюроһы етәксеһе

Былтыр Башҡортостанда 2 миллион 900 мең квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгәйне. Пандемия булыуға ҡарамаҫтан, тарихи рекорд ҡуйыла. Төбәктең төҙөлөш һәм архитектура министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала төҙөлөш материалдарына ҡытлыҡ күҙәтелмәй. Продукцияның 90 проценты урындағы предприятиеларҙа етештерелә. Объекттарҙың ваҡытында файҙаланыуға тапшырылыуы ла контролдә тотола.

Льготалы ипотека буйынса үҙгәрештәр билдәләнде, хәҙер проект финанслау буйынса процент ставкаларҙы субсидиялау буйынса ҡарар көтәбеҙ. Ул беҙгә төҙөлөш циклын дауам итергә, яңы проекттар асырға ярҙам итәсәк. Бөгөнгә бер генә төҙөлөш компанияһы ла эшмәкәрлеген туҡтатманы. Шул уҡ ваҡытта «Биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү», «Социаль категория граждандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү» буйынса ла яңы кварталдар үҙләштерергә йыйынабыҙ.

Артем Ковшов, Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары
Фото №1 - Льготалы ипотека ставкаһы үҙгәрмәйәсәк

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ