Благовар районы фермеры катум тоҡомло һарыҡтар үрсетә

Рифғәт Ураҙмәтов 15 йылға яҡын ауыл хужалығы менән шөғөлләнә. Уның фермаһында һарыҡтар ғына түгел, эре мөгөҙлө мал, йылҡы ла аҫрала. Йүнсел һуңғы ике йыл дауамында катум, йәки итле һарыҡтар тоҡомон үрсетә башлай. Улар өсөн махсус аҙбар төҙөү идеяһы менән эшҡыуарлыҡ сәғәтендә сығыш яһап, ер алыуға өлгәшә. Ентекләберәк БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Өфөнән тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡан фермер Рифғәт Ураҙмәтов һарыҡ үрсетеү менән 2008 йылдан алып шөғөлләнә. Тәүҙә Романов тоҡомло ваҡ мал тәрбиәләп, уларҙың һанын арттырыуға өлгәшә. Ләкин һуңғы бер нисә йыл эшҡыуарҙың иғтибары Катум һарыҡтарына йүнәлтелгән. Әле уларҙың өсөнсө быуын бәрәстәре тыуа.

Тәүге Катум һарыҡтары өс йыл элек Ленинград өлкәһенән килтерелә. Ваҡ малдарҙың был төрө башҡаларынан сифатлы ите менән айырылып тора. Романов тоҡомонан тулыһынса Катумға күсеү өсөн хужалыҡта ентекле эш алып барыла. Һәр малға үҙ номеры бирелә, бар мәғлүмәт системала теркәлә.

Былтыр көҙ крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Эшҡыуарлыҡ сәғәтендә һарыҡтарҙы үрсетеү буйынса проект менән сығыш яһай. Атап әйткәндә, ваҡ малға аҙбар төҙөү өсөн әле эшләп килгән хужалыҡ эргәһендә ер алыу мәсьәләһе килеп тыуа. Благовар районы хакимиәте участка бүлеү һорауын хәл итә. Ярты йыл эсендә 1400 квадрат метрлы аҙбар төҙөлөп сафҡа инә.

Һарыҡтарҙан тыш крәҫтиән-фермер хужалығында 150 баш эре мөгөҙлө һәм 30 йылҡы малы аҫрала. Бынан тыш, үҫемлекселек йүнәлеше лә уңышлы алып барыла. Бер мең гектар ерҙә мал аҙығы әҙерләнә.

Яҡын киләсәктә крәҫтиән-фермер хужалығында тулыһынса яңы тоҡом һарыҡтарҙы аҫрауға күсеү планлаштырыла.Улар өсөн ҙур комплекс төҙөү, заманса ҡоролмалар һатып алыу ҡаралған.

Фото №1 - Благовар районы фермеры катум тоҡомло һарыҡтар үрсетә

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ