Башҡортостан мәктәптәрендәге туҡланыу илдә иң яҡшыларының береһе тип табылды

Башҡортостан мәктәптәрендә балаларҙың туҡланыуы стратегик башланғыстар агентлығы конкурсы номинацияһында иң яҡшыһы тип танылды. Бәйгелә ҡатнашыу өсөн илдең 63 субъектынан 532 ғариза ҡабул ителгән.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, мәктәптәрҙә туҡланыу сифаты күтәрелеү менән бер рәттән урындағы тауар етештереүселәрҙең продукциялары ла артҡан. Был өлкәләге башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу өсөн яңы инвесторҙар йәлеп ителгән.

Республика мәктәптәрендә туҡланыу системаһы белгестәрҙең һәм ата-әсәләрҙең фекерен иҫәпкә алып ойошторола. Ике йыл элек башланған реформаға ярашлы бөтә учреждениеларҙа сәләмәт туҡланыу өсөн ҡаралған меню төҙөлә. Социаль селтәрҙәрҙә туҡланыу сифатына зарланыусылар бер йыл эсендә ете тапҡырға кәмегән. 

Республиканың ике мәктәбе призлы урынға лайыҡ булды. Шишмә районындағы һәм Өфөнөң Дим биҫтәһендәге мәктәптәр өлгөлө учреждениелар исемлегенә индерелде. Шулай уҡ стратегик башланғыстар агентлығы конкурсы номинацияһында еңеү ҙә беҙҙең өсөн ғорурлыҡ булып тора.

Алексей Гусев, Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры
Фото №1 - Башҡортостан мәктәптәрендәге туҡланыу илдә иң яҡшыларының береһе тип табылды

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ