Өфөлә уҙған оператив кәңәшмәлә быйылға маҡсаттар барланды, уҙған йылға йомғаҡ яһалды. Былтыр республиканан хәрби хеҙмәткә 9 меңдән ашыу егет оҙатылған. Саҡырылыш һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан хәрби комиссариаты Үҙәк хәрби округында иң яҡшыһы тип танылған.
Кәңәшмәлә кампанияны юғары кимәлдә ойоштороуға күп көс һалыусылар Рәхмәт хаттары һәм Маҡтау грамоталары менән билдәләнде. Республикала хәрби хеҙмәткә алыныусыларҙың 80 проценты 20 һәм унан да өлкәнерәк йәштәге егеттәргә тура килә. Рәсәйҙә яҙғы саҡырылыш ваҡыты 1 апрелдән 15 июгә тиклем дауам итә.
Флорида Ким







