Республика сәнғәтен үҫтереүгә тос өлөш индереүселәргә дәүләт наградалары

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан республиканың тиҫтәләрсә сәхнә оҫтаһы Башҡортостандың халыҡ артисы һәм башҡа маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды.

 Тармаҡ уңғандарына юғары наградаларҙы республика Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов тапшырҙы.

Башҡортостанда14 мең самаһы мәҙәниәт хеҙмәткәре һөнәри байрамын билдәләй. Улар мәҙәни мираҫты һәм милли үҙаңды һаҡлау, зауыҡлы йәш быуынды тәрбиәләү, халыҡ рухын күтәреүгә тос өлөш индерә. Сәхнә әҫәрҙәре, йыр-бейеүҙәр, бай йөкмәткеле мәҙәни программалар менән тамашасы күңелен яулаусыларҙың һөнәри байрамы ил Президенты указы ярашлы йыл һайын 25 мартта билдәләнә.

Фото №1 - Республика сәнғәтен үҫтереүгә тос өлөш индереүселәргә дәүләт наградалары

Флорида Ким

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ