БДУ студенттары Донбасҡа гуманитар ярҙам әҙерләүҙә ҡатнаша

Республика юғары уҡыу йорттарында гуманитар ярҙам үҙәктәре барлыҡҡа килә. Тәүгеләрҙән булып башланғысҡа Башҡорт дәүләт университеты вәкилдәре ҡушылды. Дөйөм ятаҡта урын алған штабҡа Донбасс халҡына ярҙам итергә теләүсе һәр кем көнкүреш әйберҙәре, гигиена кәрәк-яраҡтары килтерә ала.

Проект студенттар башланғысында старт алған. Гуманитар ярҙам туплауҙа юғары уҡыу йортоноң ректорат вәкилдәре, институт етәкселәре һәм фәнни-педагогик составы ағзалары ла ҡатнашты. 

Фото №1 - БДУ студенттары Донбасҡа гуманитар ярҙам әҙерләүҙә ҡатнаша

Рәзилә Ғиниәтуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ