Халыҡсан йырҙарға бай шиғриәт

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала үткән сираттағы әҙәби кисә билдәле башҡорт шағиры Муса Сиражетдиновтың яҡты иҫтәлегенә арналды. Йыр-моңдар, яҡты хәтирәләр менән үрелеп барған саранан БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин.

Муса Сиражи шиғырына ижад ителгән яңы йыр. Күренекле шағирҙың хәтер кисәһенә тиклем ул радио тулҡындарында ла яңғырап өлгөргән. Йырға көйҙө Зәкәриә Әлимбәтов яҙған. Бар ғүмерен мәғариф өлкәһенә арнаған замандашыбыҙ композиторлыҡ эшенә хаҡлы ялға сыҡҡас тотоноуға ҡарамаҫтан, өс тиҫтәләп йыр ижад иткән. Улар араһында Муса Сиражи шиғырҙарына ижад ителгәндәре байтаҡ.

Муса Сиражи һүҙҙәренә ижад ителгән йырҙарҙы төрлө быуын вәкилдәре үҙ иткән. Шағир иҫтәлегенә арналған кисәлә лә иң сағыу композициялар башҡарылды. Сарала ҡатаншыусылар танылған әҙип тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты.

Бай йөкмәткеле әҙәби кисә һәр кемдең күңеленә хуш килде. Кисәлә Муса Сиражиға арнап яҙылған шиғырҙар ҙа яңғыраны. Шағир ижады бөгөн дә халыҡ  күңелендә йәшәй, көй-моңдарға һалына.

Фото №1 - Халыҡсан йырҙарға  бай шиғриәт

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ