“Ҡаҙағстанда эш сәфәрендә булғанда беҙ мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү тураһында килештек. Нурсолтандағы Милли музейҙа “Алтын кешене” күреп һоҡландым. Бөгөн донъя музейҙарында ҡуйылған күргәҙмә Өфөлә”, - тип яҙған социаль селтәрҙә республика етәксеһе Радий Хәбиров. Ул видео яҙма менән дә уртаҡлашҡан.
Күргәҙмә май аҙағына тиклем дауам итә.




