Әле ҡайһы бер төҙөлөш эштәре башланған. Мәҫәлән, Инорс биҫтәһендә ишеү слаломы комплексы майҙансығы подрядсы ойошмаға тапшырылған. Объект 2023 йылда сафҡа инергә тейеш. Затондағы фехтование үҙәгендә эш тамамланыу алдында.
Спорт көрәше үҙәге май айында һалына башлай. Башҡортостан башлығы етәкселәргә төҙөүселәр һәм тренерҙар менән берлектә спорт залдарының эске ҡоролошо буйынса мәсьәләләрҙе хәл итергә ҡушты.
Кәңәшмә барышында Евразия китапханаһы һәм ҡурсаҡ театры кеүек заманса мәҙәниәт усаҡтары тураһында ла фекер алышынды. Һуңғыһын 2023 йылдың декабрендә асыу ҡарала. Башҡортостан башлығы театр тирәһендәге биләмәне төҙөкләндерергә һәм ғаилә ялы өсөн уңайлы шарттар булдырырға ҡушты.
Өфөнөң Кузнецов Затоны биҫтәһендә 1375 урынлыҡ яңы мәктәп һалына. Апрель аҙағынан микрорайонға илтеүсе төп юл – Пугачев урамы яңыртыла башланы. Ике йыл эсендә уны 15 метрға киңәйтеп, 4 һыҙатлы итеү планлаштырылған. Башҡортостан башлығы илдәге иҡтисади шарттарҙы иҫәпкә алып, барлыҡ эштәрҙе лә график буйынса башҡарыу кәрәклеген билдәләне.





