Бөгөн Өфөлә “АРТ-Ҡоролтай” форумы барышында Башҡортостан Башлығы дәүләт наградаларын тапшырҙы. 37 мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәре бүләкләнде. Ҡурайсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Роберт Юлдашевҡа Салауат Юлаев ордены тапшырылды.
Йырсылар Зөлфиә һәм Йәүит Шакировтар Башҡортостандың халыҡ артисы исеменә лайыҡ булды.
Бөгөн Рәсәйҙә Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә.







