Республика парламентында тейешле законға төҙәтмәләр әҙерләнә. Илдә йылына иҫерек килеш 50 мең самаһы кешенең ғүмере өҙөлә, уларҙың яҡынса 10 меңе ҡыш урамда туңып ҡала. “Айнытҡыстар – ғүмер һаҡлап ҡалыу мөмкинлеге”, - тигән фекерҙә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, "Айыҡ Башҡортостан" хәрәкәте координаторы Рөстәм Ишмөхәмәтов.
Дәүләт Йыйышылы – Ҡоролтайҙың пленар ултырышы 31 мартҡа тәғәйенләнгән.








