Республиканың милли музейына «Алтын кеше»не килтерҙеләр

«Алтын кеше» Башҡортостанда. Республиканың милли музейына Ҡаҙағстандың төп символы – «Алтын кеше»не килтерҙеләр. Уның менән «Бөйөк дала: киңлек, ваҡыт, мәҙәниәт» күргәҙмәһе сиктәрендә танышырға мөмкин.

Башҡортостан халҡын туғандаш Ҡаҙаҡ мәҙәниәте менән таныштырыу ниәте Радий Хәбировтың сит илгә эш сәфәре барышында хәл ителгәйне. Хәҙер тотош Ер шары музейҙарында ҡуйылған күргәҙмә менән республикабыҙ халҡы таныша алабыҙ. «Алтын кеше» менән БЮТ каналы хәбәрселәре лә танышты.

«Алтын кеше»нең ҡайһы бер элементтары менән Башҡортостан халҡы күптәнән таныш. Саҡ батшаһының алтындан ялатылған кейемдәрендә төшөрөлгән биҙәктәр, ҡанатлы толпарҙар Ҡаҙағстандың дәүләт гербында ла сағылыш тапҡан. Ә һыны иһә Алматының бойондороҡһоҙлоҡ майҙанында урынлаштырылған.

Хәҙер иһә « Ҡаҙаҡ Тутанхамоны» тип нарыҡланған мәҙәни мираҫ өлгөләре менән Башҡортостан халҡы яҡындан таныша ала. 1960 йылдар аҙағында табылған археологик сенсацияны ярты быуат үткәс Ҡаҙағстандың милли музейы «Алтын кешенең донъя музейҙары буйлап сәйәхәте» турнеһына сығара. Экспонаттар Европа һәм Азияның билдәле музейҙарында булып өлгөрҙө.

Иссыҡ ҡурғанында хәрби кейем менән бергә 4 меңдән ашыу алтын биҙәүестәр һәм йорт кәрәк-яраҡтары табыла. Өфөләге күргәҙмәгә шул иҫәптән һәм башҡа ҡурғандарҙан табылған 125 предмет ҡуйылған. Был иһә Ҡаҙағстандағы урта быуат оҫталары эштәренең бер тамсыһы ғына.

Тарихсылар әйтеүенсә, күргәҙмә Башҡорт халҡында ла йылы тойғолар уятасаҡ. Сөнки күп кенә археологик ҡаҙылмаларҙа сармат алтындарына ла оҡшаш һыҙаттар күрергә мөмкин.

Фото №1 - Республиканың милли музейына «Алтын кеше»не килтерҙеләр

Айнур Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ