Башҡортостандың йәш химиктары Бөтә Рәсәй олимпиадаһында уңышлы сығыш яһаны, абсолют еңеүсе лә бар. Ярыш Мәскәүҙә Рәсәй халыҡтар дуҫлығы университеты базаһында үтте. Төбәктең йыйылма командаһы составында Республика инженер лицей-интернатының биш уҡыусыһы ҡатнашты, уларҙың өсәүһе призерҙар исемлегендә. БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Почет таҡтаһына үҙгәрештәр индерелде. Республика инженер лицей-интернатында химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһында уңышлы сығыш яһаған уҡыусылар өсәүгә артты. Мәскәүҙә ойошторолған күләмле ярышта 9-сы синыфтан Вадим Харисов абсолют еңеүсе тип танылһа, Ксения Федотова менән Александр Зиновьев призерҙар исемлегендә. Һәләтле яҡташтарыбыҙ билдәләүенсә, олимпиада эштәре ҡатмарлы булған. Физик һәм органик булмаған химия буйынса ла мәсьәләләр була. Шулай уҡ лаборатор тәжрибәләр ҙә эшләргә тура килә.
Химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһында Башҡортостандан биш уҡыусы ҡатнашҡайны, уларҙың барыһы ла республика инженер лицей-интернаты уҡыусылары. Йыл дауамында балалар менән тәжрибәле педагогик коллектив – төбәктең иң яҡшы химиктары эшләгән. Берҙәм команда эше ил кимәлендә лайыҡлы баһаланды. Бер юлы өс еңеү яулана.
Олимпиада хәрәкәте остаздары ассоциацияһы ағзалары билдәләүенсә, Рәсәйҙең халыҡ уҡытыусыһы Лиза Әғәҙуллинаның химия буйынса уникаль уҡытыу методикаһы айырым иғтибарға лайыҡ. Системалы эш һөҙөмтәһендә йылдан-йыл күләмле ярыштарҙа еңеүселәр һаны арта. Төбәктә һәләтле балаларҙы асыҡлау, үҫтереү буйынса концепция ла булдырылған. Ил кимәлендә Башҡортостан данын уңышлы яҡлаусылар аҡсалата премия менән бүләкләнә.
Мәктәп уҡыусыларының Бөтә Рәсәй олимпиадаһы - 24 фән буйынса ойошторолған илдең иң төп интеллектуаль ярышы. Былтыр йомғаҡлау этабында Башҡортостандан 47 үҫмер призлы урын алғайны. Химиянан тыш, биология, йәмғиәтте өйрәнеү, математика, технология буйынса күрһәткестәр айырыуса юғары. Быйыл да төбәктән йөҙҙән ашыу бала олимпиаданың һуңғы турына сыҡҡан. Еңеүселәр тағы ла күберәк булыр тип көтөлә.
Гөлназ Хәйбуллина




