Шаран умартасыһы бал ҡорттарын ҡышлатыу һәм үрсетеүҙең яңы ысулын тапҡан

Шаран районы Баҙғыя ауылында йәшәгән умартасы Климентий Романов бал ҡорттарын ҡышлатыу һәм үрсетеүҙең яңы ысулын һынай. Тәжрибәле умартасы фекеренсә, нәҙекәйбилдәр саф һауаны ни тиклем иртәрәк һулай башлаһа, уңыш та мулыраҡ була. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Өсөнсө йыл инде Климентий Романов умарталарын йылы баҙға индермәй, саф һауала ҡалдыра. Тәжрибәле умартасы фекеренсә, бал ҡорттары өсөн һыуыҡтан да бигерәк, дымлы һауа ҡурҡыныс. Шуға ла умарталарҙы шартына килтереп ҡышҡылыҡҡа япҡандан һуң, ир уларҙы ҡарға күмеп сыға. Әммә февраль урталарында уҡ умарталар тирә-яғы кире ҡарҙан әрселеү менән бал ҡорттары өсөн яңы миҙгел башлана.

Умартасылыҡ кәсебе Романовтар ғаиләһендә быуындан-быуынға күсә килә. Әле Климентий Романов атаһынан өйрәнгән һәнәрҙе улы Олегҡа тапшыра. Ҡыш буйы улар аталы-уллы үҙҙәренең оҫтаханаһында умарта рамдары һәм кәсеп өсөн башҡа кәрәк-яраҡтар эшләй. Атанан күргән уҡ юнған тигәндәй, Олег Романов та умартасы һөнәрен 4 ҡыҙына тапшырырға хыяллана.

Ҡыҙымдың береһе умартасы булып китһә, бик бәхетле булыр инем. Умартасылыҡ беҙҙең ғаилә кәсебе һәм мауыҡтырғыс һөнәр. Шуға ла уны йәш быуын дауам итергә тейеш тип уйлайым.

Олег Романов

Йыл һайын Романовтар 2 тоннаға яҡын бал ала. Ҡасандыр 2 күстән башланған хужалыҡта хәҙер умарталар 100-ҙән ашҡан. Татыу һәм тырыш ғаилә татлы тормошҡа шулай ирешә.

Фото №1 - Шаран умартасыһы бал ҡорттарын ҡышлатыу һәм үрсетеүҙең яңы ысулын тапҡан

Әлфинә Андреева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ