Башҡортостанда инвалидтарҙы эшкә алыуҙы субсидиялаған республика проекты уңышлы эшләә. Уның сиктәрендә урындағы мәшғүллек үҙәктәре төрлө сәнәғәт һәм башҡа ойошмалар менән берлектә мөмкинлектәре сикле кешеләрҙе эшкә урынлаштырыу буйынса системалы эш алып бара. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Евгений Мардань «Өфө гипс компанияһы»нда беренсе йыл эшләй. Ирҙең һаулыҡ мөмкинлектәре сикле. Ойошмала ул гипс онтау бүлегендә оператор хеҙмәтен үтәй. Операторҙың уңайлығы өсөн эш бүлмәһендә кондиционер, һыуытҡыс, компьютер ҡуйылған.
Евгений өсөн өҫтәмә эш урынын булдырыу һәм субсидиялау Республика Хөкүмәте ҡарары һөҙөмтәһендә мөмкин булған. Өфө гипс компанияһы һәм ҡала мәшғүллек үҙәгенең уңышлы хеҙмәттәшлеге нигеҙендә 25 кешегә эш урыны барлыҡҡа килгән. Уларҙың бишәүһенең һаулыҡ мөмкинлектәре сикле.
Өфө халыҡ мәшғүллеге үҙәге һаулыҡ мөмкинлектәре сикле граждандарҙы эшкә урынлаштырыу өсөн төрлө саралар күрә. Бөгөн вакансиялар йәрминкәһендә инвалидтар өсөн 30-ҙан ашыу эш урыны тәҡдим ителде. Эш эҙләүселәр китапханасы, урам һепереүсе, ашнаҡсы, машинист кеүек вакансиялар һайлап ала алды.
Рәзилә Ғиниәтуллина







