Өфөлә йәштәр араһында экстремистик ойошмалар пропагандаһы үҙенсәлектәре тикшерелде

Йәштәр араһында экстремистик ойошмалар пропагандаһы үҙенсәлектәре һәм хәҙерге шарттарҙа хәүефле мәғлүмәт таралыуын сикләү мәсьәләләре Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында үткән ғилми-ғәмәли конференцияла өйрәнелде.

Студенттар алдында республикалағы төп конфессия вәкилдәре, дин әһелдәре һәм йәштәр менән эшләү үҙәктәре белгестәре сығыш яһаны. Сараны юғары уҡыу йортоноң рухи үҫеш, фәнни-тикшеренеү үҙәге ойошторҙо. Семинарҙың маҡсаты күп мәҙәниәтле тәрбиә һәм белем биреүҙә мәғлүмәтле булыу, экстремистик тенденцияларҙы асыҡлау һәм террор идеологияларын иҫкәртеү.

Белгестәр әйтеүенсә, ялған мәғлүмәт, законды инҡар итеүгә саҡырыуҙар киң таралған мәлдә ошо эштәрҙе һәр яҡлап та әүҙемләштереү мөһим.

Фото №1 - Өфөлә йәштәр араһында экстремистик ойошмалар пропагандаһы үҙенсәлектәре тикшерелде

Айнур Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ