Ғафури үҙәк район китапханаһы хәйриә фонды ярҙамында йыһазландырылған.
Фондтың «Китапхана – ял һәм уңайлы мөхит» биләмәһе проекты Мәҙәни башланғыстар президент фонды конкурсында еңеп 444 мең һумлыҡ грант отҡан. Китап фонды тулыланған, өс ноутбук, проектор, экран , күп функциялы ҡоролма, компьютер өҫтәле, диван һатып алынған, матбуғат баҫмаларына яҙылыу ойошторолған.
Заманса йыһазландырылған китапханала әҙәбиәт һөйөүселәр һәм район хакимиәте вәкилдәрое ҡатнашты. Проект ярҙамында өлкәндәргә компьютер грамоталылығына өйрәтеү ойошторолған, уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуҙары буйынса төрлө клубтар эшләп килә.
Рәмилә Исмәғилева




