Бөгөн Сибай ҡалаһында клиник-диагностика инфекция үҙәге файҙаланыуға тапшырылды. Уны асыу тантанаһында Радий Хәбиров һәм Дәүләт Думаһының һаулыҡ һаҡлау комитеты рәйесе Дмитрий Хубезов ҡатнашты. Урал аръяғы ковид-госпиталенән БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева репортажы.
Тажлы вирусҡа ҡаршы көрәштә дүртенсе ҡурай әҙер. Сибай ҡалаһының клиник-диагностика инфекция үҙәге Туймазылағы кеүек 9 мең квадрат метр майҙанды биләй. Ете корпустан тора, 50 бокс-палата бар. Талап ителгән осраҡта яңы дауаханала тулыһынса кислород менән тәьмин ителгән 230 урын булдырыла.
Бығаса Сибай ҡалаһында коронавирус менән ауырыусыларҙы элекке балалар дауаханаһында урынлашҡан ковид-госпиталдә дауалағандар. Ундағы шарттар менән яңы төҙөлгән медицина учреждениеһын сағыштырырлыҡ түгел.
Үҙәктә 248 кеше эшләйәсәк. Коллектив ситтән тупланмай, бөтәһе лә урындағы дауахана персоналы. Мәҫәлән, рентгенология өлкәһендә утыҙ биш йыл эшләүсе ханым яңы компьютер томографы ярҙамында сирҙәрҙе күпкә теүәлерәк асыҡлап буласағын билдәләй.
Диагностика бүлегенең узи , эндоскопия һәм башҡа кабинеттары ла заманса медицина техникаһы менән йыһазланлырылған. Яңы тыуған балаларҙы дауалау өсөн дә шарттар бар.
Госпиталдә медицина колледжы студенттарына практика үтеү өсөн ике кабинет булдырылған.Радий Хәбиров быға тиклем асылған ковид госпиталдәрҙә лә был тәжрибәне ҡулланырға ҡушты.
Ковид-госпиталь төҙөлөшө 2021 йылдың декабрендә башланғайны. Уны ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тормошҡа ашырыусыларҙы һәм хеҙмәт алдынғыларын республика башлығы дәүләт наградалары менән бүләкләне, ике кешегә Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе тигән маҡтаулы исем бирелде.
Медицина учреждениеһын асыу тантанаһында әйтелеүенсә, Башҡортостандағы ковид-госпиталь проекты буйынса илдең 20 төбәгендә үҙәктәр төҙөлә.Пандемия тамамланғандан һуң яңы асылған медицина учреждениеһында Урал аръяғы халҡына күп профилле ярҙам күрһәтеү күҙаллана.
Рәмилә Исмәғилева




