Уның проекты менән Радий Хәбиров баш ҡалала барған «Арт-Ҡоролтай» форумында таныштырҙы. Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, был мәғрифәтселек үҙәге ижади йәштәр, аң-белемгә ынтылған кешеләр йыйылыу өсөн үтә лә әһәмиәтле урын буласаҡ.
Китапхананы Башҡортостанға килеүсе ҡунаҡтар Өфөгә ингән ерҙә Салауат Юлаев һәйкәле менән бер рәттә күрәсәк. Проект ҙур бер тирмә рәүешендә төҙөләсәк. Радий Хәбиров әйтеүенсә, Евразия китапханаһы әҙәбиәт менән танышыу ғына түгел, ә күп функциялы учреждение булырға тейеш.
Республика башлығы китапхананың амбассадорҙарын да билдәләне. Өфөнөң 450 йыллығына арнап төҙөлгән объекттарҙың барыһының да вәкилдәре булырға тейеш. Китапхананың амбассадорҙары итеп Мостай Кәрим исемендәге фонд директоры Әлфиә Кәримова, опера йырсыһы Ильдар Абдразаҡов һәм Йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе Шамил Вәлиев тәғәйенләнде.
«Арт-Ҡоролтай « мәҙәниәт форумында сығыш яһап Радий Хәбиров һәр муниципалитеттың үҙ фестивале, байрамы булырға тейешлеген белдерҙе. Әле республикала Бөрө алмаһы, Йылайыр бәшмәге кеүек фестивалдәр билдәлелек ала бара. Ошондай саралар уҙғарыу өсөн райондарға йыл да 5 йөҙ мең һум аҡса бүленәсәк. Форумда шулай уҡ бер төркөм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә юғары дәүләт наградалары, маҡтау билдәләре тапшырылды.
Айнур Кәбиров




